Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
14 Февраль 2023, 18:11

Ҡот осҡос енәйәт асылған

Был ҡурҡыныс хәл тураһында үтә нескә күңелле кешеләрҙең уҡымауы хәйерле... Ипләп: ҡурҡыныс фотоһүрәттәр бар.    

Ҡот осҡос енәйәт асылған
Ҡот осҡос енәйәт асылған

2019 йылдың май айында Баҡалы районы Киләй ауылында 1961 йылғы ҡатын юғала. Ҡатынды күпме генә эҙләмәһендәр, уны таба алмайҙар - зым-зыя юғала. 

Быйыл 7 февралдә участковыйҙарҙың начальнигына ҡатындың яҙмышына бәйле бер хәбәр мәғлүм була. Кисекмәҫтән Киләй ауылына, рецидивистың өйөнә, тәфтиш-оператив төркөм юллана.

Урлашҡаны һәм үлтереү менән янағаны өсөн алдан хөкөм ителгән 70 йәшлек ирҙең баҡсаһында кеше һөйәктәре табыла. Билдәләр буйынса табылдыҡтың 2019 йылда юғалған ҡатын булыуын асыҡлайҙар. Йорт хужаһы үҙ ғәйебен таный.

Уның һөйләүе буйынса, 2019 йылдың 2 майында ул ауылдаштарын - 1977 йылғы ирҙе һәм 1961 йылғы ҡатынды үҙенә эсергә саҡыра. Алкоголь бөткәс, 1977 йылғы ауылдашы иҫереп йоҡлай, ә йорт хужаһы менән ҡатын араһында ғауға ҡуба. Ир ҡатынды бысаҡ менән сәнскеләп үлтергәс, ауылдашын уятып, мәйетте йәшерергә ярҙам һорай. Ҡатындың кәүҙәһен ҡалын одеялға урап, баҡсала күмәләр. Йорт хужаһы, мәйет еҫе сыҡмаһын өсөн, ҡәбер өҫтөнә махорка һибә. Бер аҙ һуңғараҡ ул шунда түтәл яһап, һарымһаҡ үҫтерә башлай.

Был эште тикшереү дауам итә, тип БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән Элиза Мәүлиева хәбәр итә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: