+12 °С
Болотло
Бөгөн кискә ҡарай насар яңылыҡ билдәле булды. Дәүләкән районында киске сәғәт алтыла ҡурҡыныс авария теркәлә. Был турала республиканың Баш автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең Телеграм каналында хәбәр итте.
Авария Дәүләкән-Толбазы автомобиль юлының 10-сы километрында була. Юлда Renault Symbol менән Lada Priora бәрелешә. Бәрелеш ныҡ көслө була, һөҙөмтәлә ике водитель дә урында һәләк була.
Әлеге ваҡытта был аварияның сәбәптәре һәм һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡлана. Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.
Әйткәндәй, иртәгә йәнә буран сығып юл йөрөү шарттары насарланыуы көтөлә. Юлда һаҡ булырға, барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итәбеҙ.
Фото: БашДТП.