+3 °С
Болотло
«Фараздарға ярашлы, ир ҡуна ҡалырға булған. Артҡы ултырғысҡа ултырып йоҡлап киткән. Иртәнсәк автомобиль ни сәбәптәндер текә ярҙан күлгә төшөп киткән», — тине әңгәмәсе.
Осраҡлы үтеп барыусылар күреп ҡалып, ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан. Автомобилде һыуҙан һөйрәп сығарғандар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителде ҡотҡара алмағандар.
Хәҙер тәртип һаҡсылары фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.