Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, төндә әбей йоҡлап киткәс, уны ят тауыш уятҡан. Ул фатирындағы шкафты тентегән ят ирҙе күреп ҡалған. Пенсионер уянғанын абайлаған баҫҡынсы йүгереп килеп быны туҡмай башлаған. Аҙаҡ ул әбейҙән ике алтын балдаҡты, алҡаларын систергән, тумбочкала ятҡан кәрәҙле телефонды һәм көшөлөктө тотоп сығып киткән. Зыян күреүсе иҫенә килеп улына шылтыратҡан, аҙаҡ полицияға мөрәжәғәт иткән.
Әбей һөжүм итеүсенең билдәләрен таусирлай алған. Ҡулға алыныусы Өфөлә йәшәгән һәм быға хәтлем дә хөкөм ителгән 29 йәшлек ир булып сыҡҡан. Бағып инеү факты буйынса енәйәт эше асылған.
https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-18/pyanyy-ufimets-nochyu-pronik-v-chuzhuyu-kvartiru-i-zhestoko-izbil-prosnuvshuyusya-babushku-2993378
Автор:Дарья Субботина