Улар унда йортто, автомобилде һәм кәртә-ҡураны тикшергәндә енәйәткә ҡағылышлы әйберҙәр тапҡан. Ихатала торған “Нива” багажнигында мышының ярты түшкәһе ятҡан, машина янында ҡапҡан табылған. Мышының ҡалған өлөшө һәм теркәлмәгән ике көбәкле мылтыҡ мунсала булған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар йортта патрондар, балталар һәм һоро төҫлө эҙҙәр менән бысаҡҡа юлыҡҡан. Бар табылдыҡтар тартып алынған.
Йорт хужаһы белдереүенсә, ул октябрь башында урманда ҡапҡан ҡуйған. Кисә ул мылтыҡ алып тикшерергә сыҡҡан һәм ҡапҡанға мышы эләккәнен асыҡлаған. Ир рөхсәте булмаһа ла, урман ғифритен атҡан, түшкәһен һыҙырып бүлгән, итте алып ҡайтҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар урманда мышы башын, тиреһен, тояҡтарын һәм 12-се калибрлы ике гильзаны әйберләтә дәлил тип алған.
Ир ғәйебен таныған. Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 258-се “Законһыҙ һунар” статьяһына ярашлы енәйәт эше асылған.
https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-18/zhitel-bashkirii-nezakonno-zastrelil-losya-2993595
Автор:Дарья Субботина