Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
17 Октябрь 2022, 21:54

Әсә менән баланы тапап үлтергән ҡатынды... иреккә сығарғандар

Дарья Сорокина һәләк булған ҡатын менән баланың иренә 2,4 миллион һум түләгән...  

Әсә менән баланы тапап үлтергән ҡатынды... иреккә сығарғандар
Әсә менән баланы тапап үлтергән ҡатынды... иреккә сығарғандар

Быйыл июль айында Өфөлә булған авария күптәрҙе тетрәндергәйне. 28 йәшлек йәш әсә баш ҡаланың Аврора урамында “Ниссан” автомобилендә китеп барған саҡта 29 йәшлек ҡатын менән уның дүрт йәшлек балаһын тапатты. Улар светофорҙың йәшел төҫөнә сығып барған, ә рулдәге ҡатын был ҡылығын янындағы бәләкәй балаһын ашатыу арҡаһында килеп сыҡты тип аңлатты. Һөҙөмтә бик насар: әсә менән бала урында һәләк булды.

Бөгөн уларҙы үлтергән ҡатынға ҡарата суд булды. Һөҙөмтә: ҡатынды суд залынан иреккә сығарғандар.

Киров районы судының матбуғат хеҙмәте үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында эш буйынса ултырышта зыян күреүсе яғынан ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эшен туҡтатыу тураһында үтенес ҡағыҙы килде тип хәбәр итте.

“Яҡынса тыңлау барышында зыян күреүсенең үтенесен ҡарап, суд уны ҡәнәғәтләндереү һәм яҡтарҙың ярашыуы сәбәпле енәйәт эше буйынса эште туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Зыян күреүсенең үтенесе буйынса ыңғай ҡарар ҡабул итеп, суд түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алған: яҡтарҙың Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 76-сы статьяһында ҡаралған шарттарҙы үтәүе (ғәйепләнеүсенең енәйәтенән зыянды тулыһынса үҙ теләге менән ҡаплау, ғәфү үтенеү); тәүге тапҡыр һаҡһыҙлыҡ буйынса енәйәт ҡылыу; уның ыңғай характеристикаһы, бәләкәй балаһының булыуы, ғәйебен тулыһынса таныу һәм ғәфү үтенеү”, – тинеләр судта.

Ғәйепләнеүсене сығарғандар.

Һуңғараҡ, ғәйепле ҡатындың күпме компенсация түләүе лә билдәле булды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дарья Сорокина һәләк булған ҡатын менән баланың иренә 2,4 миллион һум түләгән.

Әйткәндәй, прокурор был ҡарар менән риза булмаған.

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: