Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
9 Октябрь 2022, 20:36

Ирле-ҡатынлыларҙың ғүмере өҙөлдө

Утты бер сәғәттә еңәләр ҙә ул...   

Ирле-ҡатынлыларҙың ғүмере өҙөлдө
Ирле-ҡатынлыларҙың ғүмере өҙөлдө

Кисә кис Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылында янғын сыға. Янғын һүндереүселәргә ярҙам һорап сәғәт 9-ҙа шылтыраталар. Урынға шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәр йүнәлтелә.

Ҡотҡарыусылар килеп еткән саҡта өйҙөң эсе яныуы күҙәтелә. Бер сәғәттән янғын һүндереүселәр утты еңә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урында ике кешенең кәүҙәһе табыла. Улар 1961 йылғы ир һәм 1968 йылғы ҡатын булып сыға.

Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС. 

 

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: