Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
4 Август 2022, 15:52

Өфөлә әсәнең һәм уның 16 йәшлек ҡыҙының үлеме тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфөлә ҡатындың һәм уның бәлиғ булмаған ҡыҙының ҡот осҡос үлеме тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе.

Өфөлә әсәнең һәм уның 16 йәшлек ҡыҙының үлеме тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды
Өфөлә әсәнең һәм уның 16 йәшлек ҡыҙының үлеме тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды

Фажиғә бөгөн баш ҡала йорттарының береһендә теркәлгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, башта өй янында үле әсәнең кәүҙәһе табылған, һуңынан уның фатирында оперативниктар бысаҡ менән сәнскеләнгән 16 йәшлек ҡыҙҙың мәйетен тапҡан.

«Фараз буйынса, әсә ҡыҙын үлтергән, шунан үҙ-үҙенә ҡул һалған. Әле енәйәт сәбәптәре асыҡлана», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Тәфтиш комитетында.
Автор:Иван Вавилов.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: