Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
3 Август 2022, 16:29

Иглин районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Һамар—  Өфө — Силәбе трассаһында 35 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был хаҡта Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр.

Иглин районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған
Иглин районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған
«Рено Каптюр» рулендәге 52 йәшлек ханым ҡаршыға килгән «Ман» фураһы, шунан «Лифан Солано» менән бәрелешкән. Аварияла «Лифан»дың 35 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән үлгән. Уның 12 йәшлек улы һәм 10 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған. «Рено» водителе һәм уның ике пассажиры, 35 йәшлек ҡатын һәм 15 йәшлек ҡыҙ ҙа медицина учреждениеһына ебәрелгән. Әле тикшереү бара, автотехник һәм суд-медицина экспертизалары тәғәйенләнгән», — тип билдәләнеләр полицияла.
Автор:Иван Вавилов.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: