Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
2 Август 2022, 16:41

Башҡортостанда бал һатҡан ирҙе үлтереүсе 16 йылға иректән мәхрүм ителде

Башҡортостандың Юғары суды бал һатҡан ирҙе үлтереүсене 16 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатыу һәм бер йыл да 6 айға иркенән сикләү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итте.

Башҡортостанда бал һатҡан ирҙе үлтереүсе 16 йылға иректән мәхрүм ителде
Башҡортостанда бал һатҡан ирҙе үлтереүсе 16 йылға иректән мәхрүм ителде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, енәйәт уҙған йылдың сентябрендә Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында ҡылынған. Тәфтишселәр фаразы буйынса, енәйәтсе ирҙең башына бер нисә тапҡыр сүкеш менән һуҡҡан.

Үлтергәндән һуң ул «Рено Логан» автомобилен, 27 банка сәскә-йүкә балын һәм һатыусының паспортын үҙе менән алып киткән. Мәйетте ташландыҡ урында күмеп ҡалдырған.

Бынан алда республика прокуратураһы ғәйепләнеүсене 18 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һорағайны.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-08-02/ubiytsu-prodavtsa-meda-v-bashkirii-prigovorili-k-16-godam-tyurmy-2895658

Автор:Иван Вавилов.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: