Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
22 Июнь 2022, 12:23

Сауҙа үҙәгендә үҫмер үлгән

14 йәшлек малайға фуд-кордта ҡапыл ҡыйын булып китә лә... 

Сауҙа үҙәгендә үҫмер үлгән
Сауҙа үҙәгендә үҫмер үлгән

Кисә Өфөләге сауҙа үҙәктәренең береһендә бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. “Мега”лағы фуд-кордта 14 йәшлек малай үлгән. Был турала үҙ сығанағына таянып “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, малай балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе булған. Уға ҡапыл ҡыйын була. Урынға табиптар саҡыртыла. Улар малайҙы терелтеп ҡарай, тик ул шунда йән бирә.

“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала газ менән ағыуланып үлгән. Унда зажигалкаларҙы заправкалаусы баллон табылған”, – тигән сығанаҡ.

Әлеге ваҡытта был хәлде тикшереү бара. Аҙаҡ малайҙың нилектән үлгәне анығыраҡ билдәле буласаҡ.

Фото: rbc.ru

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:
Читайте нас: