Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
22 Июнь 2022, 12:33

Башҡортостанда кейәү менән кәләштең бәхәсе юл фажиғәһенә сәбәпсе булған

Дәүләкән районында кисә иртән Дәүләкән — Бүздәк автомобиль юлының 2-се саҡрымында үлемесле фажиғә булған. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 27 йәшлек егет идара иткән автомобиль юл ситенә сығып осҡан.

Башҡортостанда кейәү менән кәләштең бәхәсе юл фажиғәһенә сәбәпсе булған
Башҡортостанда кейәү менән кәләштең бәхәсе юл фажиғәһенә сәбәпсе булған

Юл-транспорт ваҡиғаһында 29 йәшлек ҡыҙ алған йәрәхәттәренән һәләк булған. Водитель һүҙҙәренсә, ул һөйгәне менән бәхәсләшеп киткән һәм идара итеү һәләтен юғалтҡан. Йәштәр ай һуңында өйләнешергә йыйынған булған.

Әле юл фажиғәһе буйынса тикшереү бара. Бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-06-22/v-bashkirii-ssora-zheniha-i-nevesty-vo-vremya-poezdki-privela-k-smertelnomu-dtp-2850009

Автор:
Читайте нас: