Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
20 Июнь 2022, 09:53

Балаларының ҡотон осороп...

Көнсөл ир ҡатынының телефонын тикшерергә булған.   

Балаларының ҡотон осороп...
Балаларының ҡотон осороп...

Был хәл Ағиҙел ҡалаһында булған. 55 йәшлек ир өйҙәш ҡатынының кеҫә телефонын тикшерергә була. Унда иһә үҙенә таныш булмаған телефон һандарын күреп ҡала һәм көнләшеү сигенә етеп, ғауға ҡуптара. Был турала “Огни Агидели” баҫмаһы хәбәр итә.

Тауыш сығарған ир бының менән сикләнмәй, ҡоралға йәбешә. Пневматик пистолет ала һәм һауыт-һабаға тоҫҡап ата башлай. Ҡатын ватыҡтарҙы йыйып алам тигәс, бер нисә тапҡыр уға ла ата. Был ваҡытта өйҙә булған балаларҙың береһе ҡото осоп сығып йүгерә һәм күршеләренә барып ярҙам һорай. Улар полиция саҡырта.

Атыш һөҙөмтәһендә ҡатындың аяғы йәрәхәтләнә. Табиптар пуляны ала, ярҙам күрһәтә. Ә ир-атҡа ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатыла, береһе һаулыҡҡа күрәләтә зыян килтереү һәм икенсеһе үлтереү менән янау статьялары буйынса. Уға ике йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.

Әйткәндәй, ғауғасыл ир быға тиклем әллә нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған булған.

Фото: mogilev.online

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:
Читайте нас: