Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
8 Апрель 2022, 16:25

Ярҙамға мохтаждар иғтибарһыҙ ҡалмаҫ

"Бюджетты барлағанда бөтәһен дә иҫәпкә алырбыҙ, тип ышандырам", - тине Михаил Мишустин.  

Ярҙамға мохтаждар иғтибарһыҙ ҡалмаҫ
Ярҙамға мохтаждар иғтибарһыҙ ҡалмаҫ

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында отчет менән сығыш яһап, халыҡты социаль яҡлау сараларына ҡағылды.

“Рәсәйҙең өс миллиондан ашыу кескәй гражданына пособиелар түләнде. Ғаиләлә өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуғанда, улар өс йәшкә еткәнгә тиклем, шулай уҡ аҙ килемле ғаиләләрҙә үҫкән өстән ете йәшкә тиклемге балаларға махсус пособиелар түләү туҡтатылманы. Шулай уҡ социаль түләүҙәр һәм пенсиялар индексацияланасаҡ, хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәле һәм йәшәү минимумы арттырыласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте бюджетты  тикшергәндә инвалидтар ойошмаларына субсидияларҙы индексациялауҙы ҡайтанан ҡарарға әҙер. Бөгөн индексация 2022 йылдың бюджетына һалынған. Беҙ һаңғырауҙар, һуҡырҙар, инвалидтар йәмғиәттәренә субсидиялар күләмен арттырасаҡбыҙ. Бюджетты барлағанда барыһын ла иҫәпкә алырбыҙ, тип ышандырам, – тип белдерҙе ул.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, 2021 йылда 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған һәр өсөнсө һәм артабанғы балаға өс йәшкә тиклемге айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе 33,5 мең күп балалы ғаилә алды. Был 3358,3 миллион һум аҡса тигән һүҙ. Өс йәштән ете йәшкә тиклемге 156437 бала тәрбиәләнгән 121259 ғаиләгә 9665, 5 миллион һумлыҡ пособие түләнде.

– 1 ғинуарҙан, федераль законға ярашлы, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 8,6 процентҡа арттырылды һәм 13890 һум тәшкил итте. Район коэффициенты  менән бергә иҫәпләгәндә 15973,5 һум тәшкил итә. Бынан тыш, республикала Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар араһында федераль МРОТ (хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме) менән сағыштырғанда беҙҙә уны ҙурыраҡ күләмдә (14 200 һум) билдәләү буйынса килешеү төҙөлдө. 1 ғинуарҙан Башҡортостанда айлыҡ минималь эш хаҡы 16330 һум тәшкил итә, - тине ул.

Фото:55.sochi – schools.ru

 

Автор:Дина Арсланова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: