Даирә
+33 °С
Ясно
Кеше һәм хоҡуҡ
2 Июня 2021, 09:18

Ҡот осҡос һәләкәт!

Юлдарҙа ҡот осҡос фажиғәләр көн һайын булып тора. Бөгөн тағы Сибай ҡалаһы эргәһендә биш кеше һәләк була. Улар араһында өс айлыҡ сабыйҙың булыуы бигерәк тә аяныс.

Ул бит әле донъя күрергә лә өлгөрмәгән. Ата-әсәһе үҙҙәре яҡты донъяға тыуҙырып, уларҙың ғәйебе менән үк фани донъянан китеп барҙы.
Ни өсөн шул тиклем кеше тейәгән килеш шәп тиҙлек менән барырға кәрәк? Ҡасан кешеләр юлдарҙа һаҡлыҡ, тәртип ҡағиҙәләрен үтәй башлар?! Былай ҙа кешеләр ҡырылып тора бит!
Гөлсәсәк Аласова.
https://vk.com/sibay_one?z=photo-27737753_457342500%2Falbum-27737753_00%2Frev
Читайте нас