Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
29 Май 2021, 09:36

Оло ҡатын бәләкәй ҡыҙ менән сығып барған...

28 май төндә Ҡырмыҫҡалы районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: Өфө - Инйәр - Белорет юлының 10-сы километрында үлемесле авария булған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-нан.

"Kia Sportage" автомобилендәге 32 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе 40-45 йәштәрҙәге ирҙе тапатҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйәүле шул урында йән биргән. Водителдең һүҙҙәренсә, ул ҡараңғыла юлды йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урындан сығып барған. Авария буйынса тикшереү башланған.
Өфөлә 28 майҙа таң менән ике йәйәүлене бәрҙергәндәр. Ҡала дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, "Ниссан Альмера" автомобилендәге 52 йәшлек ир СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан Менделеев урамына боролған юлда оло ҡатын менән биш йәштәрҙәге ҡыҙҙы бәрҙергән. Зыян күргәндәр йәйәүлеләр өсөн тейешле урындан, светофорҙың йәшел төҫөнә сығып барған. "Зыян күргәндәр медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дауаханаға оҙатылды. Авария сәбәптәрен асыҡлана", тигәндәр ведомствола.

Шул тәүлектә республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа бер кеше һәләк булған, алтауһы төрлө тән йәрәхәттәре алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙған 2,3 мең осраҡты асыҡлаған, 25 эскән водитель тотолған.

Фото: республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.
.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: