Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
25 Май 2021, 09:24

Ике йәшлек бала ҡолап төшкән...

Сабый тәүҙә тәҙрә төбөндә уйнап ултырған.

Кисә Өфөнөң Баязит Бикбай урамында урынлашҡан туғыҙ ҡатлы йорт фатиры тәҙрәһенән ике йәшлек бала ҡолап төшкән.

Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, сабый тәүҙә тәҙрә төбөндә уйнап ултырған, аҙаҡ москит селтәренә таянып, ҡолап төшә. Бәхеткә күрә, иҫән ҡала: фатирҙың икенсе ҡатта урынлашыуы ярҙам иткәндер, күрәһең. Был ваҡытта малайҙың әсәһе икенсе бүлмәлә булған.

Зыян күргән сабый "Ашығыс ярҙам" машинаһында дауаханаға оҙатылған. Осраҡ буйынса тикшереү эше бара.

Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: асыҡ ҡалдырылған тәҙрә янында кескәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, москит селтәренә ышанмағыҙ.

Фото: vestiprim.ru
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: