83 йәшлек кешенең тимер юлында үлемгә тарыуы буйынса Волга буйы тәфтиш идаралығы тикшереү эшен башлаған. Мәғлүмәттәр буйынса, кисә, 18 майҙа, тимер юлының 1632-се километрында, йәғни ҡаланың Черниковка станцияһында, оло йәштәге ҡатын йөк поезы аҫтында ҡалған.
Зыян күреүсе тимер юлына яҡын ғына китеп бара ине, ти шаһиттар. Машинист ныҡ ҡысҡыртып сигнал биреп тә, экстрен туҡтатыуҙы ҡулланып та ҡараған, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатынды үлемдән йолоп ҡалып булмаған.
Хәл-ваҡиға буйынса тикшереү башланған.