Даирә
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
4 Май 2021, 12:39
Төрмәнән сығып та өлгөрмәгән...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрам көндәрендә республикала көн һайын үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары, күңелһеҙ хәлдәр теркәлеп тора.
Әлшәй районының үҙәк дауаханаһына бысаҡ менән яраланған ике пациентты килтерәләр.
Асыҡланыуынса, элек иркенән мәхрүм ителгән 63 йәшлек ир спиртлы эсемлектәр ҡуйылған табында һеңлеһен һәм уның бергә йәшәгән ирен нисек "йәшәргә өйрәтә". Әммә улар тормошҡа үҙ ҡарашын белдергән, ағаһының әйткәндәре менән риза булмаған. Һәм өсәү-ара низағ башланған.
Шул саҡта элек төрмәлә ултырған ир өҫтәлдәге бысаҡты ҡулына алып, һеңлеһен һәм уның дуҫын яралай. Яраланған ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтыратып өлгөрә. Ваҡиға урынына тиҙ арала оператив-тикшереү төркөмө һәм "Ашығыс ярҙам" килеп етә. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене ҡулға ала, зыян күреүселәр дауаханаға оҙатыла.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған.
Фото:
fb.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/T-rm-n-n-si-ip-ta-lg-rm-g-n-784183/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!