Даирә
+32 °С
Ясно
Кеше һәм хоҡуҡ
10 Марта 2021, 07:47

Йәш ғаилә эҙһеҙ юғалған

Социаль селтәрҙәрҙә бик тә сәйер һәм аяныслы яңылыҡ таралды: Салауат ҡалаһында ирле-ҡатынлы Юдиндар эҙһеҙ ғәйеп булған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.

Мәғлүм булыуынса, Юлиан Юдинға – 22, ҡатыны – Еленаға 21 йәш. Уларҙың бәләкәс улдары бар. Кисә иртән атаһы баланы баҡсаға алып барған, ә кисенә тәрбиәсе, борсолоп, бәләкәстең өләсәһенә шылтыратҡан: малайҙы килеп алыусы булмаған. Туғандары йәштәргә шылтырата башлаған, әммә телефондары яуап бирмәгән.
Юғалған ҡатындың апаһы әйтеүенсә, улар шунда уҡ Юдиндар ҡуртымға алып йәшәгән фатирға йүнәлгән, хужабикәнән асҡыс алып, торлаҡҡа ингән. Унда бер кем дә булмаған. Төш тирәһендә Еленаның әсәһе менән телефон аша һөйләшкәне билдәле. “Эш буйынса сығып киттем”, - тип әйткән ҡатын, тик аныҡ мәғлүмәт бирмәгән.
Быға тиклем Елена бер ваҡытта ла юғалғаны булмаған, әйтмәйенсә сығып китмәгән. Ҡатындың балаһын да өҙөлөп яратыуы мәғлүм, уны балалар баҡсаһынан алмайынса ҡалмаҫ ине, ти яҡындары.
Күҙалауҙарынса, йәш ғаилә үҙҙәренең “Киа Рио” автомобилендә сығып китеүе ихтимал. Әлеге ваҡытта йәштәрҙе ирекмәндәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре эҙләй. Яҡындары йәштәрҙең йыш ҡына һүҙгә килешеүен, әммә ярашыуын да телгә ала.
Елена Юдинаның буйы – 171 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, оҙон сәсле, уны асыҡ төҫкә буятҡан, маңлай сәсе ҡыҫҡа. Һул ҡулында рауза сәскәһе формаһындағы татуировкаһы бар.
Юлиан Юдиндың буйы –185 сантиметр, мыҡты кәүҙәле, ҡара ҡыҫҡа сәсле. “Ең” формаһында татуировкаһы бар, ҡул суғында ҡоштар төшөрөлгән.
А753ТЕ дәүләт номерлы “Киа Рио” автомобилендә хәрәкәт итеүҙәре ихтимал. Йәш ғаиләне күрһәгеҙ, полицияға шылтыратыуғыҙ һорала.
Фото: “Комсомольская правда” .
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас