Ветерандарҙың “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы юрисы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперты Әлфит Ниғәмәтйәнов әйтеүенсә, бында балалар йорто етәкселегенең, опека һәм попечителлек органдарының иғтибарһыҙлығы, эшкә һалҡын ҡарашы ярылып ята. “Улар тәрбиәләнеүселәренең ваҡытында торлаҡҡа сиратҡа ҡуйылыуын хәстәрләмәгән. Ҡыҙ үҙенең торлаҡҡа хоҡуғы барлығы тураһында белгәндә уға 23 йәш тулған була һәм тейешле инстанцияларға мөрәжәғәт итеү ваҡыты уҙа. Тикшереү ваҡытында уның үтенесен үтәүҙән баш тартыуҙарҙың нигеҙһеҙлеге һәм законһыҙлығы асыҡланған. Өҫтәүенә улар етемдең торлаҡҡа хоҡуҡтарын боҙа”.
2019 йылдың 1 ғинуарынан етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе үҙгәрҙе. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, торлаҡ алыу исемлегенә 23 йәштән өлкән бөтә етем балалар индерелергә тейеш. Уларҙың ниндәй сәбәп менән элегерәк торлаҡҡа сиратҡа ҡуйылмауы иҫәпкә алынмай. Ҡыҙҙың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлау мәсьәләһенә Рәсәй Генпрокуратураһы йәлеп ителгән, эш республика прокуратураһы һәм Өфөнөң Калинин районы прокуратураһы контроленә алынған.
Фото: photo.99px.ru
Автор: Дина Арсланова.