Республиканың Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренән күренеүенсә, үҫмерҙәрҙең таныштарына 5300 һум бирәсәге була. 2020 йылдың авгусында уларҙың береһе икенсеһенә 92 йәшлек таныш оло ҡатынды үлтереп, уның йыйған аҡсаһын урларға тәҡдим итә. Был ваҡытта үҙе оло кешенең ейәнен өйҙән сығарып, тотҡарлап тороуҙы вәғәҙәләй. Шулай итеп, улар кеше ғүмере хаҡына бурыс ҡайтарырға уйлай.
Үткән йылдың 13 август кисендә үлтереүҙе үҙ өҫтөнә алған үҫмер фатирға килә һәм әбейгә һөжүм итә - муйынына бысаҡ менән сәнсә. Тик, бәхеткә, уның ейәне өйҙә булып сығып, һөжүм итеүсене тота. Әбей күршеләрҙе ярҙамға саҡыра, ә улары, үҙ сиратында - полицияны. Һуңғараҡ енәйәтсенең әшнәһе лә эләгә.
Ғәйепләнеүселәр үҙ яуызлыҡтарын таный. Енәйәт эше артабан ҡаралыу һәм хөкөм ҡарары сығарыу өсөн судҡа тапшырылған.
Фото:inforeactor.ru
Автор: Аклима Гизатуллина