Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
25 Ғинуар 2021, 15:20

Тәртипле йәйәүле бул

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа йәйәүлеләр менән бәйле юл-тран­спорт ваҡиғалары йыш булып тора. Статистикаға ярашлы, йыл һа­йын аварияларҙың өстән бер өлө­шөн­дә йәйәүлеләр зыян күрә.

Күҙәтеүҙәр буйынса, улар ҡатнашлығындағы ваҡиғалар йышыраҡ кисен һәм төнөн, шулай уҡ аҙна аҙағында теркәлә. Ҡараңғы ваҡытта водителдәр йәйәүлеләрҙе күрмәй һәм ошо аварияларҙың сәбәбе булып тора ла инде.
Йәйәүле төнөн үҙен юлда нисек тоторға тейеш? Был хаҡта ҡағиҙәләр булыуына ҡарамаҫтан, күптәр уларҙы иғтибарға алмай һәм инҡар итә. Юлдарҙа водителдәр йәйәүлеләрҙе асыҡ күрһен өсөн кейемгә яҡтылыҡ сағылдырыусы фликерҙар тағып йөрөү бик мөһим. Водитель бындайҙарҙы йыраҡтан да күрәсәк һәм ғүмергә һәм һаулыҡҡа ҡурҡыныс янаусы ваҡиғаларға эләгеү ихтималлығы кәме­йәсәк. Бындай фликерҙар магазиндарҙа бар, хаҡтары ла ҡиммәт түгел – 25-30 һумға һатып алырға мөмкин.
Әйткәндәй, тораҡ пункттарҙан ситтә юл буйлап барғанда йәки юл аша сыҡҡанда кейемдә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булыу мөһимлеге 2015 йылдың 1 июленән закон менән нығытылған. Фликерҙар булмаған осраҡта 500 һум күләмендә штраф ҡаралған.
Артур МЫРҘАБАЕВ,
ЮХХДИ бүлегенең пропаганда буйынса инспекторы.
Читайте нас: