Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
14 Ғинуар 2021, 16:25

Кеше талаусы төркөм тотолған...

Полиция һәм тәфтиш хеҙмәткәрҙәре Черниковка биҫтәһендә өс үҫмерҙән торған енәйәт төркөмөн асыҡлаған. Йәй көндәрендә ошо уҡ районда бәләкәй енәйәтселәрҙең тиҫтерҙәрен йәберләүе, әйберҙәрен тартып алыуҙары тураһында биҫтәлә йәшәүселәрҙән ялыуҙар булғайны.

Ә был 16, 17 һәм 18 йәшлек үҫмерҙәр тағы ла хәтәрерәк юлға баҫҡан, көпә-көндөҙ кеше талаған. Ҡағиҙә булараҡ, ҡорбандарын йәштәштәре араһынан һайлаған, берәүҙәрҙең аҡсаһын, икенеләрҙең кеҫә телефондарын тартып алған. Енәйәтселәр Орджоникидзе районының Невский һәм Космонавтар урамында әҙәм таларға әүәҫләнгән. Улар тарафынан ҡылынған өс енәйәт осрағы раҫланған, әлегә асыҡланмағандары ла булыуы ихтимал. Тормоштарын тайғаҡ юлға төшөүҙән башлаған үҫмерҙәр изоляторға ябылған, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото:Ufa.bezformata.com
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: