Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
12 Ғинуар 2021, 12:30

Ҡыҙҙарҙың өлкәне үлгән

10 ғинуарҙа, Салауат районында ике автобус бәрелешеп, унда ике баланың ғүмере өҙөлгәне тураһында хәбәр иткәйнек. Әле асыҡланыуынса, ҡорбандар һаны өскә етте: реанимацияла 17 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

Анастасия әсәһе һәм бәләкәй һеңлеһе менән районда йәшәгән өләсәһендә ҡунаҡ булып, әлеге автобустарҙың береһендә өйөнә ҡайтып барған. Тик ике автобус бәрелешә. Аҙаҡ асыҡланыуынса, береһе алдына ҡапыл еңел машина туҡтай һәм автобус водителе лә тормозға баҫа. Был уны ҡаршы һыҙатҡа сығарып, унда килгән икенсе автобусҡа бәрелдерә. 13 йәшлек ҡыҙыҡай һәм алты йәшлек малай урында һәләк була. Ә Анастасия 13 йәшлек бер туған һеңлеһе менән бик ауыр йәрәхәттәр алып, дауаханаға эләгә.

Ҡыҙҙарҙың атаһы һөйләүенсә, уларҙың күп урындары һына, шул иҫәптән умыртҡа һөйәктәре, баш мейеһе йәрәхәтләнә. "Ашығыс ярҙам" табиптары уларҙы Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының реанимацияһына алып бара. Бында санавиация менән Өфөнән Республика балалар дауаханаһынан нейрохирург, травматолог, реаниматологтар килә. Апалы-һеңлелегә операция яһайҙар.

Иң ныҡ йәрәхәттәр алған Анастасияның йөрәге бөгөн тибеүҙән туҡтай. Һыныуҙарҙан тыш, уның үпкәһе лә зыян күргән булған – унда һөйәк эләккән. Оҙайлы операциянан һуң ҡыҙ комаға китә һәм башҡаса уяна алмай. Уға бер нисә аҙнанан 18 йәш тулырға тейеш булған...

Анастасияның һеңлеһе әле һаман реанимацияла. Уның хәле тотороҡло ауыр. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы, балаларҙың ғүмерен һаҡлау өсөн барыһын да эшләгеҙ, кәрәк булһа, Өфөгә һәм Мәскәүгә ебәрегеҙ, тине. Тик улар әле күсерерлек хәлдә булмай.

Өлкән ҡыҙҙарын юғалтҡан ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ә һеңлеһенә тиҙерәк һауығыу теләйбеҙ.

Фото: "КП-Өфө".

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: