Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
12 Ғинуар 2021, 18:35

Механизаторҙы трактор ҡыҫып...

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 ғинуарҙа Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.

Урындағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының береһендә эшләгән 56 йәшлек механизатор тракторҙы ремонтлаған саҡта таяуға ҡуйылған тағылма тайып китә һәм уны транспортҡа ҡуша ҡыҫа. Зыян күреүсе шунда уҡ йән бирә.

Эштә күрелгән бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү башланған, хеҙмәт инспекторҙары үлем осрағын өйрәнә, сәбәптәрен тикшерә.

Эш урынында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡтарҙың сәбәбе хужаның хеҙмәт шарттарын ҡәнәғәтләнерлек ойоштормауына, технологик процесты боҙоуға ҡайтып ҡала.

Фото: lesprominform.ru
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: