Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
8 Ғинуар 2021, 17:20

Эштән ҡыуыу өсөн нигеҙ артты...

2021 йылда эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрен эштән ҡыуыу өсөн нигеҙ артты. Мәҫәлән, дистанция тәртибендә эшләп, ике көн буйы эш биреүсенең шылтыратыуына яуап бирмәһәң йәки алдан иҫкәртмәй геолокацияны үҙгәртһәң, вазифаңдан ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал.

“Хеҙмәткәр эш биреүсе менән ике тәүлектән ашыу бәйләнешкә сыҡмай икән – был хеҙмәт урынында булмау тип иҫәпләнәсәк. Бынан тыш, ҡул аҫтындағы кешеләр етәкселеккә геолокацияһын үҙгәртеүе тураһында ла мотлаҡ хәбәр итергә тейеш. Әгәр ул эш мәлендә әйтмәй генә, мәҫәлән, Сочиға пляжға китә һәм хеҙмәтенең сифаты хөртәйә икән, уны ҡыуа алалар”, – тигән Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Инна Святенко.
Әгәр хеҙмәткәр башбаштаҡлыҡ ҡыла, законлы бойороҡтарҙы үтәргә теләмәй, бурыстар башҡарыу срогын һуҙа икән, уның менән килешеп тормай ҡыуа алалар. Ә шунда уҡ ҡыуылыу янаған тупаҫ закон боҙоу тип офистан мөлкәт урлау, сменаға килмәү, эш урынында алкоголь йәки наркотик матдәләр ҡулланыу, хеҙмәтте һаҡлау талаптарын үтәмәү арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу осраҡтары инә. Бик тупаҫ булмаһа ла, шулай уҡ ҡыуылыу хәүефе янаған ғәмәлдәр - сәбәпһеҙ дүрт сәғәткә эш урынын ҡалдырыу, даими һуңлау, хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү.
Коммерция характерындағы йәшерен мәғлүмәттәрҙе йәки дәүләт серен (уларға ҡул тамға ҡуйҙырып әйтелһә) асҡан хеҙмәткәрҙәргә лә ҡыуылыу янай. Биләнгән вазифаға тура килмәү, квалификация етмәүе лә - хеҙмәт килешеүен тарҡатыу өсөн нигеҙ. Быны аттестация һөҙөмтәләре менән дәлилләү кәрәк. Шуныһы ла бар: илдең Хеҙмәт кодексына ярашлы, хеҙмәткәр бер ай эсендә ҡыуыу тураһындағы ҡарарҙы суд тәртибендә инҡар иттерә ала.
Элекке кеүек үк, больничныйҙа йәки ялда булған хеҙмәткәрҙе ҡыуа алмайҙар. Шулай уҡ ауырлы ҡатындарҙы, өс йәшкә тиклемге балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙы һәм 14 йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләгән яңғыҙ әсәне лә эшенән бушатыу хоҡуғы юҡ. Әгәр ир-ат ғаиләһен ҡараусы берҙән-бер кеше булып, бәләкәй балалары бар икән, уны ла ҡыуа алмайҙар. Улар менән килешеүҙе өҙөү өсөн хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһы һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ризалығы талап ителәсәк.
Фото: whoyougle.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: