Ҡотҡарыусылар был хәлгә асыҡлыҡ индерҙе. Мәғлүм булыуынса, Өфөнән 62 йәшлек ир һәм 50-57 йәшлек өс ҡатын Силәбе өлкәһендәге “Йөрәккүл” милли паркына күп көнлөк походҡа сыҡҡан һәм 100 километрҙан ашыу ара үтергә йыйынған. Улар был сәйәхәткә ныҡлап әҙерләнгән, инструктаж үткән. Һауа шарттарына ҡарап, яҡынса 4-5 ғинуарҙа кире әйләнеп ҡайтырға уйлағандар.
– Өлкә ҡотҡарыусылары уларҙы Төлөк ауылынан һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта таба, йәғни походтарын тамамларға тейеш булған урында. Туристар төркөмөнөң барлыҡ ҡатнашыусылары ла үҙҙәрен яҡшы тоя, – тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Силәбе өлкәһе буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, походҡа сыҡҡан барлыҡ туристар ҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлеү үтмәй һәм ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сәйәхәткә сыҡҡандарға түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә сыҡыра:
– Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында маршрутты мотлаҡ теркәргә;
– уңайлы кейем, йылы әйберҙәр алырға, кейемдә утты сағылдырған элементтар булырға тейеш;
– беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн аптечка, айырым сирле кешегә үҙенә кәрәкле дарыуҙар;
– карта, компас, фонарь, һыҙғыртҡыс, бау, шырпы;
– аҡса, документтар һәм бәйләнеш саралары;
– поход кәрәк-яраҡтары: бысаҡ, палатка, йоҡо тоғо, палатка ҡороу ҡорамалдары алырға.
Маршрутығыҙҙы ныҡлап өйрәнегеҙ, уны үткән кешеләрҙең фекерҙәре менән танышығыҙ. Был һеҙҙе көтөлмәгән хәлдәрҙән ҡотҡарасаҡ. Походҡа сығыуығыҙ хаҡында туғандарығыҙға хәбәр итегеҙ. Үҙегеҙ үтә алған маршрутты һайлағыҙ.
Быйыл республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы иғлан ителде. Ошоға бәйле тәбиғәттә булырға һәм ял итергә, походҡа сығырға теләгән кешеләр күбәйәсәк, бындай осраҡта алдан һаҡланыу саралары хаҡында онотмайыҡ.