Эштән сығарыу буйынса бәхәстәр өсөн шарттар башҡараҡ. Хеҙмәткәргә эштән бушатыу йәиһә хеҙмәт кенәгәһен алыу тураһында бойороҡтоң күсермәһен биргәндән һуң – 1 ай, ә хеҙмәт хаҡын һәм башҡа түләүҙәрҙе түләмәү йәиһә тулыһынса түләмәү тураһында бәхәс булғанда был сумма түләнергә тейеш ваҡыттан алып бер йыл эсендә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Эштән сыҡҡанда суд хеҙмәт хоҡуҡтары боҙолоу фактын билдәләгәнгәндә, хеҙмәткәрҙең талабы буйынса уның файҙаһына әхлаҡи зыянды компенсациялау ҡарары сығарылырға мөмкин. Шулай уҡ хеҙмәт хоҡуҡтары факты боҙолоуы асыҡланһа, суд ҡарары законлы көсөнә ингәндән һуң да аталған компенсация түләттерелеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта әхлаҡи зыянды компенсациялау - ул граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың үҙ аллы ысулы. Шуға күрә, әгәр ҙә граждан үҙ аллы ғариза бирһә, үрҙә әйтелгән сроктар ҡулланылмай.
Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 45 статьяһы 1-се өлөшө буйынса, граждандар сәләмәтлектәре, йәштәре, эшкә һәләтһеҙ булыуҙары һәм башҡа нигеҙле сәбәптәр буйынса судҡа мөрәжәғәт итә алмаһа, граждандарҙың хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын һәм законлы ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡлау өсөн судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғы прокурорға тәҡдим ителә. Шулай, граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтары боҙолған осраҡта, улар Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы органдарына һәм прокуратураға мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.
Тимур Мөхәмәтов, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.