Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
24 Декабрь 2020, 15:45

Һәр ҡылыҡ өсөн яуап бирергә кәрәк

Лайыҡлы быуын тәрбиәләү йәм­ғиә­тебеҙҙең именлегенең төп шарт­та­рының береһе булып тора. Шуға күрә властың мөһим бурысы – граж­дан­дарҙың Конституция хоҡуҡтарын һәм хәүефһеҙ тормошон яҡлау.

Һәр кеше үҙенең хоҡуҡтары боҙол­мауын, шундай уҡ үҙен яҡланған итеп тойорға теләй. Беҙҙе уратып алған кешеләрҙең күп өлөшөнөң тәртипле граждандар булыуына ышанғыбыҙ килә. Ләкин донъяла даими рәүештә төрлө енә­йәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар булып тора һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ара­һында балиғ булмағандар ҙа бар.
2020 йылдың 11 айында район биләмәһендә балиғ булмағандар тара­фынан 8 енәйәт ҡылынған. 20 үҫмер административ яуаплылыҡҡа тарт­тырылған, уларҙың 8-е - спиртлы эсемлектәр эскән өсөн...
Эйе, тормошта төрлө хәлдәр була. Уйламағанда ғына ниндәйҙер енә­йәтсенең йәки мутлашыусының ҡор­баны булыу хәүефе юҡ түгел. Килеп тыуған ауыр хәлдән сығыу юлын эҙлә­гәнсе, бәләне алдан иҫкәртеү күпкә еңелерәк. Үҫмерҙәр ҡыйыш юлға баҫыуының сәбәптәре күп төрлө. Ләкин закондарҙы белмәү уларҙы яуаплылыҡ тотоуҙан азат итмәй.
Рәсәй Федерацияһының Енәйәт­тәр кодексының талаптарына ярашлы, үҫмерҙәр 16 йәштән алып яуап­лы­лыҡ­ҡа тарт­тырыла. Ә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр хоҡуҡ боҙған осраҡта яуап­лылыҡ уларҙың ата-әсәләренә һалына. Ә инде яуыз хулиганлыҡ, шулай уҡ тән йәрә­хәттәре һалыу, урлашыу, көсләү, үлтереү кеүек енәйәттәр өсөн үҫмерҙәр 14 йәштән үк хөкөм ителә.
Һәр ҡылыҡ өсөн яуап тоторға кәрәклекте иҫтән сығармайыҡ. Бар­лыҡ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың сәбәбе - законды ихтирам итмәү.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, енәйәт ҡылып, һеҙ законды ғына боҙоп ҡалмайһығыҙ, ә үҙегеҙҙең туғандарығыҙ һәм яҡын­дарығыҙға ла ауырлыҡ килтерәһегеҙ.
Фәнүзә Мөхәмәтҡолова, полицияның участковый уполномоченныйҙары һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция майоры.
фото Башинформ
Читайте нас: