Ул РФ Енәйәттәр кодексының 159-сы статьяһы 2-се бүлегендә ҡаралған (гражданға һиҙелерлек зыян килтереү) 7 мутлашыу ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Судта билдәләнеүенсә, енәйәтсе 2019 йылдың декабренән 2020 йылдың апреленә тиклем Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе 7 кешенән 350 мең һумлыҡ эре мал итен алып китә һәм аҡсаһын һуңыраҡ түләргә вәғәҙәләй.
Ләкин егет аҡсаларҙы хужаларына кире ҡайтарырға ашыҡмай һәм уларҙы тотоноп бөтә.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен тулыһынса таный.
Суд ҡарары буйынса, хөкөм ителеүсе 1 йыл да 6 айға төҙәтеү эштәре башҡарасаҡ һәм хеҙмәт хаҡының 5 проценты тотолоп ҡаласаҡ.
Тимур Мөхәмәтов,
район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.