Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
24 Декабрь 2020, 14:00

16 йыл үткәс... табылған!

Башҡортостанда 16 йыл үткәс күптән рәсми рәүештә вафат тип билдәләнгән ҡатын табылған. Был хаҡта Ырымбур өлкәһенең мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанып, “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.

Хәл былай булған. 2004 йылда Орск ҡалаһында йәш ҡатын, өс йәшлек улын һәм алты айлыҡ ҡыҙын ташлап китеп, эҙһеҙ юғалған. Уны туғандары ғына түгел, полиция ла эҙләгән, әммә бер ниндәй һөҙөмтәгә лә өлгәшмәгәндәр: ҡатын ғәйеп булған.

Балаларҙы иһә ҡатындың атаһы – балаларҙың олатаһы ҡарауға алған. Бәләкәстәрҙе ашатыу һәм тәрбиәләү өсөн оло йәштәге ир судҡа мөрәжәғәт иткән һәм 2015 йылда уның ҡыҙын рәсми рәүештә ғәйепһеҙ юғалды тип танығандар. Был уға балалар өсөн социаль түләү юлларға ярҙам иткән.

Ҡатындың яҡындары бына ошондай ғәмәлдәр менән тормош көткәнсе, ике балаһын ҡалдырған әсә тып-тыныс ҡына... Башҡортостанда төпләнгән. Яңы ғаилә ҡорған, тағы бер улы тыуған. Тап ошо бала өсөн ул социаль түләү юллап Пенсия фондына мөрәжәғәт иткән... һәм үҙенең иҫәнлеген иҫкәрткән.

Юғалған ҡатындың тәүге балалары иһә әсә менән тағы ла судта осрашҡан. Әлбиттә, был ваҡиға бер кем өсөн дә шатлыҡлы булмаған. Ҡатын үҙен иҫән тип таныуҙарына ҡаршы булмаясағын һәм тыуған Орск ҡалаһына ҡайтырға йыйынмағанын белдергән. Балалары иһә әсәләрен бөтөнләй иҫләмәй һәм белмәй.

Суд ҡатындың “терелеүе” хаҡында рәсми ҡарар сығарған.

Фото: storypick.com

ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan


Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: