Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
18 Декабрь 2020, 14:15

Ул ҡатынын балалары алдында үлтергәйне...

ыйыл июль аҙағында Силәбе өлкәһендә булған ҡот осҡос фажиғәне күптәр хәтерләйҙер. Балаҡатай районында йәшәгән ирле-ҡатынлы бәләкәй ҡыҙҙарының теше һыҙлай башлағас, уны Сатҡы ҡалаһына стоматологҡа алып бара. Ҡайтып килешләй улар араһында низағ сыға. Көнсөл ир ҡатынының телефонын күрһәткеһе килмәгәнгә йәне көйөп, ҡулына бысаҡ ала. Артта ултырған ике балаһының ҡысҡырыуына иғтибар итмәй, Александр ҡатынына бысаҡ менән сәнсә башлай. Меҫкен ҡатын ҡотолорға теләп, машинанан сығып ҡаса ала, тик яралы кеше йыраҡ китә алмай. Ире уны тота һәм машина янында юл уртаһында үлтереп ҡуя.

Был ваҡиғаны күреп торған шаһиттар полиция саҡырта. Александр урындан ҡасмай, уларҙың килеүен көтә. Һөҙөмтәлә ул ҡулға алына һәм әле һаман тәфтиш дауам итә. Уға ҡарата “айырыуса яуызлыҡ менән башҡарылған үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асыла.
Ошо көндәрҙә билдәле булыуынса, ир әлеге ваҡытта стационар психологик экспертиза үтә. Уның һөҙөмтәһе буйынса Александрҙың яҙмышы хәл ителәсәк: йә уны енәйәт яуаплылығына тарттырасаҡтар, йә ул сирле тип табыласаҡ һәм дауа аласаҡ.
Фото: "На земле Салавата" баҫмаһы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: