Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
13 Декабрь 2020, 14:35

Мәктәп автобусынан төшөп, тәгәрмәс аҫтында ҡалған...

Нуриман районының Иҫке Исай ауылында мәктәп автобусынан төшкән бер үҫмерҙе тапағандар. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, юл фажиғәһе ошо ауылдың Үҙәк урамында була. 49 йәшлек ауыл кешеһе ВАЗ машинаһында 12 йәшлек ҡыҙҙы тапата. Ҡыҙыҡай юл аша сығып барған була. Авария һөҙмәтһендә ҡыҙыҡай тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға эләгә.

Водителдең һүҙҙәренән, үҫмер ҡыҙ машина алдына уйламағанда килеп сыҡҡан, ул мәктәп автобусынан төшкән һәм ярамаған урындан юл аша сыға башлаған.
Әле был юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана. Ғөмүмән, республикала балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләре йышайҙы, тип билдәләйҙәр ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм йыш ҡына үҫмерҙәр үҙҙәре сәбәпсе була икән.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас: