Ошо көндәрҙә Бахрейнда мәртәбәле бәйге ойошторолдо. Старт бирелеүгә күп тә үтмәне, француз Ромен Грожан Даниил Квят менән бәрелеште. Сәғәтенә 200 километр тиҙлектә барған “тимер ат”тарҙың төкөшөүен күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?
Шул уҡ автоуҙышта Канада спортсыһы Лэнс Стролл менән Даниил Квяттың машинаһы йәнә төкөшкән, үҙ сиратында, ул түңкәрелгән. Белгестәр тәүге бәрелештә спортсыларҙың саҡ үлемдән тороп ҡалыуы тураһында белдергән.
Был юлы уңыш йылмаймаһа ла, Даниил Квят һис кенә лә күңелен төшөрмәй. Иң мөһиме, яҡташыбыҙҙың сәләмәтлегенә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.