Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
15 Ноябрь 2020, 00:15
Егеттәр әрәм...
Ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары тиҫтә йылға яҡын элек ҡылынған ауыр енәйәтте – кеше үлтереүҙе асыҡлауға өлгәшкән.
2012 йылдың мартында Туймазыла, тимер-томор йыйыу нөктәһенән алыҫ түгел ерҙә, 20 йәшлек егеттең үле кәүҙәһе табыла. Тикшереү мәлендә уның үтә ныҡ ҡанһыҙлыҡ менән үлтерелгәне асыҡлана. Ул заманда тәфтишселәр енәйәтсенең эҙенә төшә алмай. Был ҡанлы ваҡиғаға яңыраҡ асыҡлыҡ индерелгән, кеше үлтереүҙә шик аҫтына алынған әҙәм тотолған.
Яңыраҡ бер егеттең үлемендә ошо уҡ ҡалала йәшәгән 34 йәшлек ирҙең ғәйепле булыуы асыҡланған. Ваҡиға шундай эҙмә-эҙлелектә үҫешкән: спиртлы эсемлек тәьҫирендә ҡатыны менән талашып өйөнән ҡыҙып сыҡҡан ирҙең юлында туғанының туйынан ҡайтып барған егет осрай. Улар эләгешеп китә. Һүҙ артынан һүҙ сыға, унан ярһыған ир бысаҡ килтереп сығара. Зыян күреүсегә бер нисә тапҡыр сәнсеп, үлемесле яралар һала. Күҙе аларып, тын алмай ятҡан кәүҙәгә сәнсеүен дауам итә...
34 йәшлек иргә ҡарата “үлтереү” һәм “мәйеттән мыҫҡыл итеү” тигән статьялар буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас в