Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
5 Ноябрь 2020, 15:05

Серле яҙмалар тапҡандар...

Баш ҡаланың Калинин районында урынлашҡан баҡсаларҙың береһендә ҡурҡыныс табышҡа юлыҡҡандар: оло йәштәге ирҙең үле кәүҙәһен тапҡандар.

64 йәшлек ир ҡоралдан атып үлтерелгән. Тикшереү уның үҙ-үҙенә ҡул һалғанын асыҡлаған. Йәнһеҙ кәүҙә янында ҡорал һәм гильзалар ятҡан. Шулай уҡ ирҙең ҡоралға рөхсәт алғаны мәғлүм. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Был ҡылыҡтың сәбәптәренә килгәндә, улар билдәһеҙ. Шуныһы бар: полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынында өс телефон һәм өс серле яҙма тапҡан. Уларҙы тикшерәсәктәр, бәлки, берәй мәғлүмәт асыҡланыр тигән өмөт бар.
Фото: press.lv
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: