Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
15 Октябрь 2020, 11:50

150 һум өсөн...

Был сетерекле хәл 10 октябрҙә Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Ферин урамында була.

Яҡындарының һөйләүенсә, 16 йәшлек ҡыҙ такси саҡыртҡан. Килгән "Volkswagen Polo" автомобиле руле артында 43 йәшлек ир ултырған. Ул ҡыҙҙан нисек түләйәсәге тураһында һорашҡан. Телефондан күсерәм, тигәс, миңә ҡулаҡса кәрәк, тип яуаплаған. "Улайһа, апайым ҡаршы алғанда түләр", - тигән пассажир. Ә водитель риза булмаған. "Улай булғас, икенсе ергә алып барам, бүтән төрлө түләрһең", - тип борола башлаған. Ҡото осҡан ҡыҙ ҡапыл ишекте асып, машинанан ҡолап төшкән. Уның янына урамда балаһы менән йөрөгән бер ҡатын йүгереп килгән һәм ни булғанын һорашҡан. Үҫмер илай-илай һөйләп биргәс, был ҡатын 150 һум аҡсаһын сығарып таксисҡа ырғытҡан...
Өфө ЮХХДИ-һынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүсенең аяғы бәрелеүҙән йәрәхәтләнгән. Был хәл буйынса тикшереү бара.

Фото: spravochnika.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: