Байкал аръяғы крайында хәрби часта Рәмил Шәмсетдинов атып үлтергән һәм яралаған хәрбиҙәрҙең туғандары рухи зыян килтергән өсөн дәғүәләр белдергән. Улар төрлө күләмдә иҫәпләнә, бергә ҡушһаң, 30 миллион һум була.
Әлбиттә, был ваҡиғаға күптәр битараф түгел. Социаль селтәрҙәрҙә уға ҡарата төрлө фекерҙәр менән уртаҡлашалар.
“Был аҡсаны армиялағы тәртипһеҙлек өсөн дәүләттән талап итергә кәрәк. Һалдат унда үҙе теләп бармаған, Тыуған ил саҡырған. Шулай булғас, яуап бирһендәр. Рәмилдең ата-әсәһенә лә, ошо хәлде тыуҙырыуға юл ҡуйған өсөн, дәүләттән аҡса һорарға кәрәк. Һалдаттан мыҫҡыл иткәндә, атай-командирҙар ҡайҙа булған?” – тип яҙған Ирина исемле ҡатын. Уның һүҙҙәрен Асия исемле ханым да хуплап: “Шәмсетдинов үҙенең яҙмышын селпәрәмә килтерҙе, бының менән ул армиялағы хәл-торошҡа йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтте”, – тип белдерә. Ғөмүмән, фекерҙәр күп.
Бөгөн Рәмилдең сираттағы суды үтергә тейеш ине. Унда ниҙәр булғандыр - хәбәр итербеҙ.
Фото: usdialog.ru
Автор: Рәмилә Мусина.