Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь 2020, 15:30
Һөйәренә бысаҡ ҡаҙаған...
Өфөлә фажиғәле хәл теркәлгән: бер ҡатын һөйәренең бауырына бысаҡ ҡаҙаған. Әлдә ваҡытында “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡырып өлгөргәндәр һәм яралы ирҙе дауаханаға оҙатҡандар.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, 40 йәшлек ир 36 йәшлек ҡатын менән көн иткән. Был көндә улар араһында низағ сыҡҡан, бәхәстең аҙағы шулай аяуһыҙ тамамланған. Нимә бүлешкәндәрҙер – сәбәбе билдәһеҙ.
Дауаханала иргә операция эшләгәнсе, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатындың өйөнә килгән һәм уны бүлеккә алып киткән.
Ҡатын ғәйебен таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәлдең нескәлектәре асыҡлана.
Фото: pg21.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?