Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
10 Сентябрь 2020, 18:30

Ете йәшлек ҡыҙҙы төкөткән

Кисә Өфөнөң Дим биҫтәһендә "RIVA-2" мопеды руле артындағы 14 йәшлек үҫмер ете йәшлек ҡыҙҙы бәрҙерә.

Бәләкәй бала юл аша светофор булмаған урындан сығып барған була. Һөҙөмтәлә мопедтан төкөлгәс, башы йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатыла. Ҡыҙҙың әсәһе менән бергә булғаны асыҡланған.
Уҡыу йылы башланыу менән уҡыусыларҙың юл аша рөхсәт ителмәгән урындарҙан сығыу осраҡтары арта. Ата-әсәнең йәнә хәтеренә төшөрәбеҙ: балаларығыҙға юл ҡағиҙәләре хаҡында даими иҫкәртеп торһағыҙ ине. Рөхсәт ителгән урындан, светофорға ҡарап ҡына сығыу мөһимлеген өлкәндәр үҙҙәре лә онотмаһын.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: