Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
27 Август 2020, 00:57

Луизаның Мараты бөтә халыҡты шаңҡытты

Әлеге ваҡытта Салауат ҡалаһында Луиза Хәйруллина менән ире Маратҡа ҡарата суд эше бара. Был ғаиләнең тарихын бөтөн ил белә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Луиза үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум самаһы аҡса урлап, ғаиләһе менән ғәйеп булғайны. Айҙан ашыу эҙләгәс, уларҙы Ҡазандан таптылар. Аҙаҡ асыҡланыуынса, Луиза аҡсаны ире Марат өсөн урлаған, ә уныһы үҙ сиратында был аҡсаларҙы оттороп торған. Һөҙөмтәлә аҡса ла юҡ, ә уларға ҙур сроктар янай.

Иң тәүҙә Марат Хәйруллин ғәйепте үҙенә алды. Имеш, ул Луизаны банктан аҡса сығарырға мәжбүр иткән һәм аҙаҡ ставкалар ҡуйып, аҡсаны отторған. Кассирҙың атаһы ла ошо уҡ версия яҡлы булды, ҡыҙы үҙе өсөн түгел, ә Марат һорағанға аҡса урлаған тип белдергәйне ул.

Ә бына кисә булған судта Марат бөтә халыҡты шаңҡытты. “Мин ойоштороусы түгел” тине ул. Йәнәһе, барыһын да Луиза үҙе ойошторған, ә ул, ҡатыны биргәс, аҡсаны алған.

– Ғәйебемде таныйым, тик был енәйәттә мине ойоштороусы итеп ҡарамағыҙ, – тине ул судҡа.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Луиза тәүҙә бик аптыраны, аҙаҡ кәйефе ҡырылды. Ул үҙе тулыһынса ғәйебен танығайны.

Аҙаҡ журналистар менән аралашып, Луиза ҡыҙҙарының яҙмышы өсөн борсолоуын белдерҙе. Шулай уҡ ул ҙур срок бирерҙәр тип тә ҡурҡа.

Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: