"Ҡыҙ имен-һау, уның һаулығына бер нәмә лә янамай", - тип яуап бирҙе журналистар менән осрашыуында Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының бүлек рәйесе Ольга Постнова.
Нисек кенә булмаһын, яҡташыбыҙҙың иҫән-һау булыуы ҡыуандыра, ни өсөн оҙаҡ ваҡыт өләсәһе менән бәйләнешкә сыҡмауы уныһы инде ғаиләнең шәхси эшенә ҡайтып ҡалалыр, моғайын.
Фото: Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Карима Усманова.