Район прокуратураһы урында йәшәүсе ҡатын мөрәжәғәте буйынса хеҙмәт законын үтәүҙе тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡланыуынса, был ҡатын 2019 йылдың 5 майынан 2020 йылдың 14 майына тиклем ауыл кооперативында йыйыштырыусы булып эшләгән. Хеҙмәткәрҙе эштән сығарғанда шуныһы асыҡлана, хеҙмәт килешеүе рәсмиләштерелмәгән була, эшкә ҡабул итеү тураһында яҙма юҡ, Пенсия фондына тейешле сумма күсерелмәгән.
Тикшереү үткәреү ваҡытында тағы ла ошондай оҡшаш факт асыҡлана. Ошо уҡ ауыл кооперативында хеҙмәт итеүсе хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәйенсә ярымфабрикаттар әүәләүсе вазифаһын башҡарған.
Асыҡланған закон боҙоуға бәйле прокуратура тарафынан ойошма директорына ҡарата Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.27 статьяһының 4-се бүлегендә (“Хеҙмәт килешеүен рәсмиләштереүҙән баш тартыу”) ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш ҡуҙғатылды. Шулай уҡ уға ҡарата етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында ҡарар сығарылды.
Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы тарафынан кооператив етәксеһенә 20 мең һум административ штраф һалына. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү район прокуратураһы контролендә.
Алексей ПЕТРОВ,
район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.