“КП-УФА” хәбәр итеүенсә, бәләгә тарыған ир 15 августа Өфө полицияһына мөрәжәғәт итә. Ике көн элек ауылда уның эргәһенә Радим исемле егет килеп, пистолетҡа оҡшаған предмет менән ҡурҡытып, машина менән үҙен Татарстанға, Аҡтанышҡа илтеүҙе талап иткән. Ир буйһонған. Сәфәр бында ғына тамамланмай, аҙаҡ Дүртөйлө һәм Үрге Йәркәйгә илтергә тура килә.
Өфөгә килгәс, енәйәтсе аманатҡа алған ирҙе машинаһынан ҡыуып төшөрә һәм уның урынына ултырып, ҡайҙалыр һыпырта. Ирҙең документтары һәм башҡа әйберҙәре салонда ҡала. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең федераль эҙләү иғлан ителгән 32 йәшлек ир булыуы ихтималлығын йәшермәй. Элек ул уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған, 11 августан – федераль эҙләүҙә. Енәйәтсене эҙләү дауам итә.
Фото:101ya.ru
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/418026
Автор: Дина Арсланова.