Асыҡланыуынса, һөйәктәр урта йәштәрҙәге ирҙеке булырға тейеш. Хәл былтыр декабрҙә үк булған. Ихатаһына эт кеше ҡалдыҡтарын алып ҡайтҡас, ҡото осҡан кешеләр полицияға шылтырата һалған. Урында иһә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән, ирҙең кәүҙәһенең ҡалған өлөштәрен Сутолока йылғаһы ярында тапҡан. Шунда уҡ шәхси әйберҙәре лә ятҡан. Әлеге ваҡытта ирҙең яҡынса портреты төҙөлгән. Уға – 45-65 йәш тирәһе, буйы 163-175 сантиметр, башында ҡаты яралар булған, танауы, аяғы һынған. Әгәр ошо фотороботтағы кеше таныш тойолһа, 9-сы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

Телефондары – 8(347)279-56-46, 279-56-22.
Фото: ufa.kp.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева