Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
13 Август 2020, 12:30

Улына шик төшкән...

Ата - улды, инә ҡыҙҙы белмәй торған заман башланғандай. Көн һайын тиерлек эскелек, тәрбиәһеҙлек арҡаһында халыҡты аптырашта ҡалдырған фажиғәләр булып тора. Әлшәй районында 17 йәшлек егеттең үҙ атаһын туҡмап үлтереүе шуға асыҡ миҫал.

ргәһендә 55 йәшлек ирҙең йәрәхәтләнгән кәүҙәһен тапҡас, уның 17 йәшлек улына шик төшә. Тәфтиш хеҙмәткәрҙәре һорау алғанда, егет үҙ ғәйебен таныуын белдергән.
Асыҡланыуынса, аталы-уллы икәү йорт ихатаһында “байрам” ҡороп ултырғанда, һүҙгә килешеп, эләгешеп китәләр. Егет ҡулына металл торбаны эләктереп, атаһын туҡмай башлай. Әле енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала. Енәйәттә ғәйепләнеүсе колледжда уҡыған, элек тә уғрылығы өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. 2011 йылдан алып уның бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торғанлығы ла билдәле.
Фото:Ufa.kp.ru
Автор: Дина Арсланова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/408720
Читайте нас: