Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
6 Август 2020, 18:47
Табын фажиғәле тамамлана
Эскелектең ҡасан яҡшыға илткәне бар?
Мәләүез район-ара тәфтиш бүлеге Мәләүез ҡалаһы кешеһенә "үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
3 августа Мәләүез ҡалаһында йылға буйында 55 йәшлек ир үҙенең танышы һәм уның өйҙәше менән табын ҡоралар. Эскелектең ҡасан яҡшыға илткәне бар? Был сираттағыһы ла фажиғәле тамамлана - ғәйепләнеүсе һәм уның ҡатыны араһында бәхәс тыуа. Табындаш ир күп уйлап тормай - танышының өйҙәшенең түшенә берҙе сәнсә, ҡатын алған яранан шунда уҡ йән бирә. Ҡорбандың өйҙәш ире үлтереш тураһында полицияға хәбәр итә.
Фажиғә урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулындағы һәм бысаҡтағы ҡан эҙҙәрен йыуып маташҡан әҙәмде ҡулға ала.
Автор: Рәмилә Мусина
Фото: Ксения Калинина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Tabin-fagi-le-tamamlana-397443/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?