Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
27 Июль 2020, 13:12

Сикләүҙәр бар

Республикала парктарҙа, туҡталыштарҙа һәм башҡа ял урындарында тәмәке тартыу тыйылды

Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодек­сына үҙгәрештәр тураһында закон көсөнә инде, уға ярашлы, бының өсөн штраф — 500 һум, ҡабаттан боҙған осраҡта 1000 һум.
«Федераль ҡануниәт төбәктәргә тәмәке тартыу тыйылған өҫтәмә урындар билдәләргә мөмкинлек бирә. Күпселек төбәктәр күптән ошо хоҡуҡ менән фай­ҙалана. Беҙ шул миҫалға эйәреп, үҙебеҙҙең сикләүҙәрҙе билдәләнек», — тип аңлатты Башҡортостан Дәүләт Йыйы­лы­шы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Башҡортостан парламенты спикеры һүҙҙәренсә, һайлаусылар тәмәке тар­тыу­сыларға, айырыуса кальян төтәтергә яратыусыларға йыш зарланған.
Туҡталыш, парк, скверҙарҙан тыш, республикала ошо көндән үткәүелдәрҙә, ял итеү, туризм зоналарында, физик куль­тура һәм спорт менән шөғөлләнеү урын­дарында, асыҡ һауала мәҙәни, театр-концерт, спорт, ижтимағи-сәйәси саралар уҙғарған ваҡытта тәмәке тартыу тыйылды.
Илһам Зарипов.
Читайте нас: