Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм хоҡуҡ
23 Июль 2020, 14:30

Пандемияның бер эҙемтәһе

Коронавирус пандемияһы эҙемтәһе булған донъяуи иҡтисади кризис арҡаһында яңы төр мутлашыуҙар һәм Интернет селтәрендә ҡулланылған енәйәттәр барлыҡҡа килде.

Уларҙың береһе - шәфҡәтлелек ихтыяждары һылтауы менән (ко­ронавирус менән ауырыған кеше­ләргә һәм уларҙың ғаиләләренә, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡаларға ярҙам итәбеҙ тип) граждандарҙың һәм ойошмаларҙың аҡсаһын урлау. Ҡағиҙә буйынса, бындай енәйәттәр мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәр аша ҡылына.
Мутлашыуҙың тағы бер төрө – коронавирус йоҡтороуҙан “һаҡлай торған тауарҙар” һатыу, шулай уҡ был инфекциянан “вакциналар” тәҡдим итеү.
2020 йылдың ғинуар башынан уҡ Интернет селтәрендә корона­вирустан һаҡлай торған саралар һатылыуы тураһында иғландар барлыҡҡа килде, әммә улар әлегә тиклем юҡ. Бынан тыш, йәнәһе лә был ауырыуҙан һаҡлаған бетеүҙәр, микстуралар, дин культы пред­меттары һатыла, төрлө имләүҙәр, “өшкөрөлгән һыу” хеҙмәттәре һәм башҡалар тәҡдим ителә.
Шулай уҡ енәйәтселәр граждандарға үҙ аллы изоляцияны боҙған өсөн штраф түләүҙе талап итеп, реквизит ҡағыҙҙары ебәрә.
Шәхси мәғлүмәттәрҙе белеү маҡсатында мутлашыусылар тара­фынан зыянлы программа тәьми­нәте тураһында хаттар ҙа ебәрә. Йәнәһе улар медицина учрежде­ниеларынан, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаларынан. Артабан был юл менән алынған мәғлүмәттәр кешеләрҙең иҫәбенән аҡса урлау өсөн ҡулланыла.
Бөгөнгө көндә шундай мутла­шыуҙар күбәйҙе – үҙҙәрен корона­вирус йоҡторған кешенең туғандары йәиһә медицина учреж­дениеһы хеҙмәткәрҙәре тип таныштырыусы әҙәмдәр ауырыуҙы дауалау өсөн аҡса күсереү тураһында мөрәжәғәттәр ебәрә.
Авиакомпания йәиһә туристик агентлыҡ хеҙмәткәрҙәре исеме менән коронавирус арҡаһында ғәмәлдән сыҡҡан билеттарҙың, туристик юлламаларының хаҡын кире ҡайтарыу тураһында енәйәттәр осраҡтары ла асыҡлана.
Енәйәт­селәр мутлашыуҙын яңы­нан-яңы осраҡтарын табып тора. Алдашыу ҡорбаны булмаҫ өсөн һаҡ һәм уяу булығыҙ!
Алексей Петров,
район прокуроры урынбаҫары.
Читайте нас: